ӨФӨ ГИМНАЗИЯҺЫ №20. 1970 й. 20‑се урта мәктәп булараҡ асыла, 1992 й. 20‑се Өфө ҡала башҡ. гимназияһы статусын ала (1995—99 йй. Өфө ҡала башҡорт уҡытыу‑тәрбиә комплексы). 1999 й. Ф.Х.Мостафина исеме бирелә. 2 компьютер класы, китапханаһы, техник һәм хеҙмәттәр күрһәтеү тармағы оҫтаханалары, мед. пункты, методик кабинеты, тамаша һәм спорт залдары, мәктәп яны участкаһы бар. Уҡыу йорто м‑н М.Ғ.Исҡужин, Л.Ш.Камалова һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Гимназияны 5,2 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2013), улар араһында Р.А.Амантаев, А.В.Псәнчин, Ю.В.Псәнчин, Ф.В.Садиҡова, Й.Ә.Сөләймәнов, Г.Н.Сөләймәнова, И.И.Һиҙиәтов һ.б. Гимназияла Мостафинаға һәйкәл ҡуйылған (2006).

И.А.Моталов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018