АЛАБУҒА ҺЫМАҠТАР, сәнскеле ҡанатлылар (Perciformes), һөйәкле балыҡтар отряды. 150 ғаиләһе, 6500‑ҙән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда алабуғалар ғаиләһенән 4 төрө (ябай этеш, ябай алабуға, ябай һыла, иҙел һылаһы, йәки береш) һәм оло баштар ғаиләһенән климатҡа яраҡлаштырылған ротан төрө бар. Кәүҙә оҙонлоғо 10—70 см, ауырлығы 20 г алып 1,4—2 кг тиклем, ктеноид, һирәк циклоид тәңкә м‑н ҡапланған йәки яланғас. Баштарында сәнскестәре бар. Ҡанаттары сәнскеле. Арҡа ҡанаттары ғәҙәттә 2, ҡорһаҡ ҡанаттары күкрәк ҡанаттарынан аҫта йәки алдараҡ урынлашҡан, май ҡанаттары юҡ. Йөҙөү ҡыуығы йомоҡ, ҡайһы бер төрҙәрендә бөтөнләй юҡ. А.һ. — диңгеҙ һәм сөсө һыу балыҡтары. Селбәрәһе — зоопланктон, бентос; оло балыҡтар ыуылдырыҡ, бәләкәй балыҡтар м‑н туҡлана. Яҙ һәм йәй ыуылдырыҡ сәсә, ыуылдырыҡтарын үҫемлектәр, ҡом, таш араһына һала. Этеш һәм ябай алабуға — респ. бөтә һыу ятҡылыҡтарында, һыла ҙур йылғаларҙа һәм һыуһаҡлағыстарҙа йәшәй, береш Ағиҙел й. түбәнге өлөшөндә осрай. Һылалар — ҡиммәтле кәсеп балыҡтары, алабуға төбәктәге балыҡсылыҡ өсөн әһәмиәтле.

И.П.Дьяченко

Тәрж. Ә.Ә.Барлыбаева

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018