ӨҪТӘЛ ТЕННИСЫ, п и н г - п о н г, бәләкәй целлулоид туп һәм ракеткалар м‑н өҫтәлдә уйнай торған спорт уйыны. Яңғыҙ (ирҙәр һәм ҡатын‑ҡыҙҙар), парлы (ирҙәр, ҡатын‑ҡыҙҙар һәм ҡатнаш) ярыштарға айырыла. Башҡортостанда Ө.т. 20 б. 20‑се йй. аҙ. үҫеш ала. 1958 й. алып БР чемпионаттары уҙғарыла. 1959 й. БАССР йыйылма командаһы РСФСР халыҡтары спартакиадаһында ҡатнаша. 1995 й. респ. спорт мәктәптәрендә Ө.т. бүлектәре асыла башлай, 2006 й. Ө.т. б‑са Башҡортостан өсөн Рәсәй клуб чемпионаттарында сығыш яһаған “Башинформсвязь” ААЙ‑ның “Связист” спорт клубы асыла. Халыҡ‑ара ярыштарҙа юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеүселәр: И.О.Лежнев — студенттар араһында команда зачётында Европа чемпионаттары еңеүсеһе (2009—10) һәм көмөш призёры (2007); А.С. Байбулдин — студенттар араһында Европа чемпионатының парлы разрядта еңеүсеһе һәм яңғыҙ разрядта бронза призёр, команда зачётында көмөш призёр (2013). “Связист” спорт клубының ирҙәр командаһы Рәсәй чемпионаттары юғары лигаһында “Д” (2008), “С” (2009), “В” (2010), “А” (2011) төркөмдәрендә еңеүгә өлгәшеп, 2011 й. суперлигаға сыға; 2012 й. суперлига чемп. булып, Рәсәй клуб чемпионаты премьер‑лигаһында ҡатнашыуға хоҡуҡ яулай. Респ. спорт клубтарында, спорт мәктәптәрендә һәм вуздарында 50‑нән ашыу Ө.т. бүлектәре эшләп килә, уларҙа 25 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә (2013). 1957 й. алып БР Ө.т. федерацияһы эшләп килә.

С.Ю.Никитина

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

 

Текст на русском языке 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018