“ӨРГӨН”, туристик комплекс. БР‑ҙың Учалы р‑нында Учалы ҡ. Т.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Өргөн күле буйында урынлашҡан. 1965 й. “Төҙөүсе” ял йорто булараҡ асыла, 2005 й. алып “Ҡарағай урманы” туристик комплексы, 2009 й. хәҙ. исемен ала. Ҡунаҡханаһы, кафеһы, рестораны, бассейнлы мунса комплексы, бильярд һәм уйын залдары, волейбол һәм футбол майҙандары, спорт инвентарҙарын прокатҡа алыу пункты, ат спорты базаһы, кәмә станцияһы, автостоянкаһы һ.б. бар. Йыл әйләнәһенә эшләй, 130 урынға иҫәпләнгән (2013). Атта йөрөүҙәр, Ирәмәл тауына экскурсиялар һ.б. ойошторола. Йәй осоронда балалар һауыҡтырыу лагеры эшләй.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

Текст на русском языке