ӨМӨТБАЕВ М. МУЗЕЙЫ, Милли әҙәби музей филиалы (2002). Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ибраһим а. урынлашҡан. 1991 й. М.И.Өмөтбаевтың тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы мемориаль музей, Милли музей филиалы булараҡ ойошторола. Музей фондында 170‑тән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Өмөтбаевтың шәхси әйберҙәре, “Йәдкәр” китабы, ҡулъяҙмаларының күсермәләре, уның портреты (рәссамы Р.С.Зәйнетдинов) һәм бюсы (скульпторы Р.Р.Фәттәхов). Экспозицияла шағир‑мәғрифәтсенең тормошо һәм ижады, фәнни һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге, уның тыуған ауылы тарихы т‑да фото һәм документаль материалдар, ш. уҡ М. Өмөтбаев ис. пр. лауреаттары т‑да мәғлүмәт күрһәтелгән. Музейҙа БР яҙыусылары һәм шағирҙарының юбилей даталарына арналған әҙәби кисәләр үткәрелә.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Текст на русском языке