“ӨМӨТ”, Бүздәк район мәҙәниәт йортоноң халыҡ бейеүҙәре ансамбле. 1969 й. ойошторола, ш. уҡ йылда “халыҡ” исемен ала. Ойоштороусыһы һәм беренсе художество етәксеһе – Р.С.Кинйәкәев. Репертуарында “Гөлнәзирә”, “Дуҫлыҡ”, “Ете ҡыҙ”, “За- рифа”, “Көндәштәр” башҡ. хореографияһы классикаһы; “Әхирәттәр”, “Шуҡ егет”, “Ҡулъяулыҡтар менән” татар уйын бейеүҙәре, “Дала башҡорттары бейеүе” башҡ., “Урря хоп” мари һ.б. бейеүҙәре. Респ. Ф.Ғәскәров ис. призға халыҡ бейеүе ансамблдәре фестивалдәре (1994, 2003), “Еңеү яҙы” (“Весна Победы”; 1995), “Башҡортостан аҫылташтары” (“Самоцветы Башкортостана”; 2005; бөтәһе лә — Өфө) халыҡ ижады фестивалдәре, яңғыҙ бейеү башҡарыусылар конкурсы (Учалы ҡ., 1998, 2001), “Башҡортостан – Урал ынйыһы” (“Башкортостан — жемчужина Урала”; Өфө, 2005) халыҡ ижады форумы, “Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне” (“Хоровод дружбы”) Асыҡ респ. балалар халыҡ хореографияһы фестивале (Туймазы ҡ., 2013) лауреаты; “Берҙәмлек” — “Содружество” Халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале (1995, 2004; икеһе лә — Өфө) дипломанты. Художество етәксеһе, бейеүҙәрҙе ҡуйыусыһы – Р.Х.Шәйхәйҙәрова.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Текст на русском языке