ӨММӘТИ Зыя Ибраһим улы [1885, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Сурапан а. (БР‑ҙың Балтас р‑ны) – 1943, шунда уҡ], яҙыусы. “Ғосмания” (1898 й. алып), “Ғәлиә” (1906—09) мәҙрәсәләрендә уҡыған. 1910 й. алып Өфө губ. Бөрө өйәҙе мәктәптәрендә уҡыта, 1923 й. — а.х. төрлө тармаҡтарында эшләй. Яҙыусының “Аталарға – ғибрәт, йәштәргә — дәрес” (1910) исемле берҙән-бер әҫәре һаҡланып ҡалған, унда феодаль‑патриархаль ғаилә мөнәсәбәттәре, мәҙрәсәлә схоластик уҡытыу алымдары тәнҡитләнә, урыҫ һәм Европа мәҙәниәте пропагандалана. “Башҡорт, типтәрҙәрҙең йыр, бәйеттәре” (1909) йыйынтығы авторы. Китапҡа Ө. тарафынан йыйып алынған башҡ. халыҡ йырҙары ингән.

Ғ.С.Ҡунафин

Тәрж. Ф.С.Фазылова

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.