АЛАБУҒА ӨЙӘҘЕ, 1780 й. Вятка наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Ҡазан губ. Вятка провинцияһының төньяҡ өлөшө инә. 1796 й. алып Вятка губернаһы составында. 19 б. аҙ. төньяҡ-көнсығышта — Сарапул өйәҙе, көньяҡта — Өфө губернаһы, көньяҡ-көнбайышта — Ҡазан губ., төньяҡ-көнбайышта Вятка губ. Малмыж өйәҙе м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Алабуға ҡалаһы. Майҙаны — 8444 км2 (1897). Халҡы: 1897 й. — 241005 кеше (башҡорттар — 8799, мариҙар — 7427, татарҙар — 39220, типтәрҙәр — 4220, удмурттар — 52670, урыҫтар — 128539 һ.б.), 1913 й. — 283,3 мең кеше. 19 б. аҙ. өйәҙҙә 230848 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 7230, дворяндар — 817, сауҙагәрҙәр — 426 һ.б.; мосолмандар — 41699, православие динендәгеләр — 194305 (ш. иҫ. 1798 старообрядсы), мәжүсиҙәр — 4910 кеше һ.б. 1803 й. А.ө. бер өлөшө 11‑се башҡ. кантонына (ҡара: Идара итеүҙең кантон системаһы) инә. 1859 й. өйәҙҙә 419 торама пункт була, 1873 й. — 432. 1869 й. башҡорттарҙың төп өлөшө 2‑се Аҡҡужа, Беҙәк, Варзы, Кесе Салағыш (Уразай), 2‑се Көсөк, Ҡасай, Ҡуразай, Ҡәҙербаш, 2‑се Песәй, Салағыш, 2‑се Таузимал, Турай, Ямырҙа ауылдарында йәшәй. 1873 й. 3 станға, 21 улусҡа (Александровка, Бемыш, Бимә, Грахов, Ильинский, Иҫке Йәтсә, Күрәк, Ҡаҙыле, Ҡасыҡ, Лекарев, Маҡан-Пельга, Можга, Мөшөк, Оло Кибйән, Пьяный Бор, Салағыш, Тирсә, Тоҡмаш, Трехсвятский, Черкас, Әсән) бүленә. Халыҡтың төп өлөшө (19 б. аҙ. ҡарата башҡорттарҙың 94%‑ы) игенселек м‑н шөғөлләнгән. 19 б. 2‑се ярт. Бемыш заводы, 2 химия, шарап ҡыуыу, һыра ҡайнатыу, селитра, быяла з‑дтары, ҡағыҙ ф‑каһы һ.б. пр‑тиелар эшләй. Һөнәрселек кәсебе (мискә яһау, септә тоҡтар үреү һәм тире эшкәртеү, иләү ҡабалары эшләү) киң таралған була. Ҙур йәрминкәләр (19 б. 60‑сы йй. аҙ. — 2), баҙарҙар (7 ауылда) үткәрелә, ваҡ сауҙа нөктәләре (12) эшләй. 19 б. 2‑се ярт. Вятка һәм Кама йй. пароходтар бәйләнеше асыла. 35 мәсет, 30 сиркәү була (1858). А.ө. 1920 й. бөтөрөлә, уның терр‑яһы Вотяк авт. округы һәм ТАССР составына инә.

Әҙәб.: Списки населённых мест Российской империи: Вятская губерния. СПб., 1876; Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 г. Т.10. Вятская губерния. СПб., 1904.

Е.Н.Шумилов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке