“ОСКАР-АНСАМБЛЬ”, камера музыкаһы ансамбле. 1996 й. Мәскәүҙә ойошторола, 2000 й. алып Өфөлә эшләй. Ойоштороусыһы һәм художество етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. артисы В.А.Самойлов. Репертуарында төрлө дәүер һәм йүнәлешле комп. музыкаһы: В.Браун, Я.В.Калливоданың әҫәрҙәре, Л.Боккерини, Я.Клежинский триолары, Р.Н.Сабитовтың “Өмөтһөҙлөк” (“Отчаяние”) квинтеты, ш. уҡ “О.‑а.” өсөн махсус ижад ителгән әҫәрҙәр – А.К.Березовскийҙың “Альт һәм фортепиано өсөн танго стилендәге бәләкәй соната” (“Маленькая соната для альта и фортепиано в стиле танго”), Самойловтың “Башҡорт рондоһы” (“Башкирское рондо”), “Азамат”, “Бейеш” башҡ. халыҡ йырҙары эшкәртмәләре, Н.Ә.Дауытовтың “Мөхәббәт миҙгелдәре” вокаль циклы һ.б. Ансамбль составында — Бөтә Рәсәй балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәре уҡытыусылары араһында башҡарыу оҫталығы фести‑ вале (Волгоград ҡ., 2001) лауреаты Е.А.Самойлова, “21 быуат сәнғәте” (“Искусство 21‑го века”) Халыҡ-ара конкурсы (Киев, 2005) лауреаты Р.Р.Ишмаев (икеһе лә – скрипка), Самойлов (альт), БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре М.Д.Афанасьев (виолончель). “О.‑а.” А.М.Айытҡолов, И.Ҡ.Илбәков, Ф.Ә.Килдейәрова, В.Ғ.Хызыров, Мәскәү гитаристары А.И.Виницкий, Е.Ю.Финкельштейн, РФ‑тың атҡ. артисы А.Ф.Гарин, пианист М.В.Лидский, сит ил музыканттары М.Дробински (Франция), Дж.Кёрби (Бөйөк Британия), Д.Нордио (Италия) һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Бөтә Рәсәй камера музыкаһы фестивалендә (2001), “Мираҫ” (“Наследие”) Респ. хәҙ. заман музыкаһы фестивалендә, Халыҡ-ара Аксаков байрамында, Волга буйы һәм Урал композиторҙары музыкаһы фестивалендә (бөтәһе лә – Өфө, 2005), Халыҡ-ара камера музыкаһы фестивалендә (Омск ҡ.), Бөтә Рәсәй пасха фестивалендә (Сорғот ҡ.; икеһе лә – 2006), “Өфө—Зальцбург” (“Уфа—Зальцбург”) Халыҡ-ара музыка фестивалендә (Өфө, 2011—13) һ.б. ҡатнаша. 2012 й. “О.‑а.” пианист К.Минци (Италия) м‑н берлектә диск яҙҙыра, Миландағы М.А.Р. фирмаһы м‑н Л.Бетховендың бөтә ҡыллы триоларын яҙҙырыу өсөн контракт төҙөй. Рәсәй һәм сит илдәр буйлап гастролдәрҙә була. Халыҡ-ара камера һәм симфоник музыка фестивале лауреаты (Өфө, 2005).

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика