ОСИПОВ Николай Иванович (18.3. 1952, Куйбышев өлк. Яңы Әҙеләк а. — 23.5.2015, Өфө р‑ны Зубово а., Өфөлә ерләнгән), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (1994), БАССР‑ҙың атҡ. (1991) артисы. Куйбышев мәҙәниәт ин‑тын тамамлаған (1975; педагогы Г.Я.Власенко). 1976—96 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. О. бейеүе матур, ҡатмарлы оҫта алымдарҙың күп булыуы, милли характерҙы нескә тойоуы м‑н айырылып тора: “Тимербайҙың улдары”, “Сувенир”, “Кантри”, “Гаучо”, йәһүд, сыуаш һ.б. бейеүҙәре. Яңғыҙ халыҡ бейеүҙәренән торған “Бейеү миниатюралары шәлкеме” программаһы авторы. Башҡорт драма театрында — Ғ.Ғ.Шафиҡовтың “Һәҙиә” драматик хроникаһына (1991), К.Ғ.Тинчуриндың “Зәңгәр шәл” муз. драмаһына (1981), А.В.Софронов пьесаһы б‑са “Казактарҙың боронғо ысулы менән” (“Старым казачьим способом”, 1984), Ҡурсаҡ театрында — Н.Ғ.Байбуриндың “Шүрәленең төнгө уйындары” (1996) спектаклдәренә бейеүҙәр, Башҡорт филармонияһында эстрада бейеүҙәрен ҡуя. Ҡарағалпаҡ АССР‑ында (1976), Яҡут АССР‑ында (1978), ТАССР‑ҙа (1989) БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Сыуаш АССР‑ында (1981), Мәскәүҙә (1987) БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша. СССР һәм сит илдәр (Болгария, Израиль, Испания, Төркиә, Финляндия һ.б.) буйлап гастролдәрҙә була. Бөтә Рәсәй яңғыҙ халыҡ бейеүҙәрен проф. башҡарыусылар конкурсы лауреаты (Куйбышев ҡ., 1990).

О.Ғ.Вилданова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика