ОРАТОРИЯ (лат. oro — әйтәм, ялынам), хор, йырсы-солистар һәм симфоник оркестр өсөн драматик сюжетлы муз. әҫәр. Төҙөлөшө б‑са операға һәм кантатаға оҡшаш (вокаль ансамблдәр, ариялар, речитативтар, хор һәм оркестр өсөн номерҙарҙан тора), кантатанан — ҙурыраҡ күләмле, киңерәк сюжетлы, эпик‑драматик характерҙа булыуы, операнан хикәйәләү элементының драматик үҫештән өҫтөнлөк итеүе м‑н айырыла. М.Кәрим шиғырына В.П.Стародубровскийҙың тенор, хор һәм оркестр өсөн “Йы‑ рым Башҡортостан тураһында” (“О Башкирии песнь моя”) О. тәүге башҡ. О. береһе һанала. Ғ.Ғ.Шафиҡов шиғырына Р.М.Хәсәновтың “Шәжәрә” (“Родословная”; 1973), В.М. Татаринов шиғырына Р.Х.Ғәзизовтың нәфис һүҙ оҫтаһы, солистар, хор һәм симфоник оркестр өсөн “Мин һинең улың, Комсомол!” (“Я твой сын, Комсомол!”; 1978), башҡ. шағирҙарының шиғырҙарына С.Ә.Низаметдиновтың “Революция дауам итә” (“Революция продолжается”; 1987), Ғ.Сәләм шиғырына А.К.Кукубаевтың “Республика иртәһе” (“Утро республики”; 1989) О. гражданлыҡ һәм патриотизм рухы м‑н һуғарылған. А.Игебаев шиғырына З.Ғ.Исмәғилевтең солистар, хор һәм симфоник оркестр өсөн “Беҙ – еңеүселәр” (1985), Ҡ.Аралбай шиғырына М.Х.Әхмәтовтың “Батырҙар ораны” (1989) О. Бөйөк Ватан һуғышына арналған. Д.Д.Хәсәншиндың “Салауат тураһында йырҙар” (1973) О.‑симфонияһы һәм “Халыҡ тормошо күренештәре” (1978; икеһе лә — халыҡ һүҙҙәре) О., М.Кәрим шиғырына Е.М.Николаевская тәржемәһендә Ғәзизовтың хор һәм симфоник оркестр өсөн “Аяҡтарым – юлда... Күңелем – йырҙа...” (“В до‑ роге — ноги... В песне — думы...”; 1974), Б.Бикбай поэмаһы б‑са Ғ.С.Дәүләтбирҙиндың солистар, нәфис һүҙ оҫтаһы, ҡатнаш хор һәм симфоник оркестр өсөн “Мәңгелек мәл” (1997), Ғ.Хәйәм робағиҙарына Л.З.Исмәғилеваның ҡатнаш хор һәм камера‑инструменталь ансамбль өсөн “Мәңгелек шиғыр” (“Немеркнущий стих”; 1980) О. тормош, тыуған илгә һөйөү кеүек фәлс. темалар асыла.

Ш.М.Бикмөхәмәтов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика