ОПЕРА (итал. оpera), музыкаль театр сәнғәтенең төрө; һүҙ, музыка һәм сәхнә күренештәре синтезына нигеҙләнгән муз.‑драматик әҫәр. Ҡайһы берҙә О. балет күренештәрен, диалогты үҙ эсенә ала. О. әҙәби нигеҙе — либретто. 20 б. 10—20‑се йй. “Нур”, “Сәйяр”, “Ширҡәт” труппаларының йолалар, легендаларҙан торған фольклор‑этнографик картиналарҙы, халыҡ йырҙарын (ҡара: “Ғәлиәбаныу”) үҙ эсенә алған музыкаль комедиялары һәм спектаклдәре тәүге башҡ. О. нигеҙ булып тора. Башҡ. опера сәнғәтенең формалашыуында Ғ.С.Әлмөхәмәтов, С.Ғәбәши һәм В.И.Виноградовтың “Сания” (1925, Ф.Әмирхан либреттоһы) һәм “Эшсе” (1930, М.Ғафури либреттоһы; икеһе лә — татар телендә) опералары ҙур роль уйнай. Улар Башҡортостанда һәм Татарстанда милли операның барлыҡҡа килеүендә тәүге тәжрибә булып тора. Башҡ. О. үҙ аллы жанр булараҡ 20 б. 40‑сы йй. формалаша. Драматургияның һәм театрҙың үҫеше милли репертуарҙың формалашыуына булышлыҡ итә. Опера һәм балет театры сәхнәһендә ҡуйылған байтаҡ О. шул уҡ исемле драма спектаклдәре нигеҙендә ижад ителгән. Тәүге башҡ. О. – М.М.Вәлиевтең “Һаҡмар” О., уның премьераһы 1940 й. үтә (1939, С.М.Мифтахов либреттоһы, “Айһылыу” исеме аҫтында яңы редакцияһы 1943 й. Н.И.Пейко м‑н берлектә яҙыла). Тәүге башҡарыусылар араһында Б.Н.Вәлиева, Х.Л.Ғәлимов, З.З. Илбаева, М.Ғ. Сәлиғәскәрова, Ғ.С. Хәбибуллин, М.Х. Хисмәтуллин һ.б. Операла фольклор материалы м‑н бер рәттән 30‑сы йй. масса йырҙарының көй стиле киң файҙаланыла, халыҡ тормошо күренештәре хор номерҙары м‑н аралаштырыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡ. О. ижад итеүҙә Өфөгә Мәскәү, Ленинград, Киев, Минск ҡҡ. эвакуацияланған музыканттар һәм комп. ҡатнаша: Н.К. Чемберджиҙың “Ҡарлуғас” (1941, Б. Бикбай либреттоһы), Ф.Е.Козицкий м‑н Х.К.Ибраһимовтың “Ватан өсөн” (1941—43, С.Ҡудаш либреттоһы) операларында башҡ. халҡының героик тарихы сағылдырыла, ул совет кешеләренең һуғыш йылдарындағы патриотик рухына ауаздаш була. Башҡ. легендалары, эпосы мотивтары б‑са ижад ителгән А.А.Эйхенвальдтың “Мәргән” (1940), “Ашҡаҙар” (1941; икеһе лә — М.А.Буранғолов либреттоһы) О. халыҡ музыкаһы һәм опера классикаһы тра‑ дицияларын оҫта яраштырыу м‑н айырылып тора. Граждандар һуғышы ваҡиғаларына арналған героик теманы Р.Ә.Мортазиндың “Азат” О. (1948, Б.Бикбай либреттоһы) дауам итә. Башҡ. О. үҫешендә яңы этап 50‑се йй. уртаһынан башлана. Үҙенсәлекле милли музыка телен булдырыу “Салауат Юлаев” О. уңышлы хәл ителә. “Шәүрә” лирик‑психологик О. яңы драматургия алымдарын һәм һүрәтләү сараларын эҙләүҙең өлгөһө булып тора. 60‑сы йй. аҙ. башҡ. комп. тематиканы киңәйтә: “Дауыл” О. революция (1917) һәм Граждандар һуғышы атмосфераһын һүрәтләй; “Замандаштар” О. башҡ. нефтен тәүге асыусылар т‑да; “Ағиҙел тулҡындары” О. халыҡтың хәҙ. тормошо фонында лирик драма күрһәтелә; “Урал илселәре” О. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуына арналған; Х.Ф.Әхмәтовтың “Нәркәс” О. (1987, И.Х.Йомағоловтың ш. уҡ ис. трагедияһы б‑са комп. либреттоһы, М.Х.Әхмәтов тамамлап ҡуя) — феодаль‑ырыу йәмғиәтендә киҫкен соц. конфликт ерлегендәге ике ғашиҡ йәрҙең трагедияһы. “Аҡмулла” һәм С.Ә.Низаметдиновтың “Ҡара һыуҙар” (1986, М.Кәримдең ш. уҡ ис. поэмаһы б‑са комп. либреттоһы) О. башҡ. музыкаһындағы яңы жанр — камера музыкаһы үҙенсәлектәренә ынтылыш тойола. Хәҙерге башҡ. О. жанрҙарҙың үҙ‑ара йоғонтоһо, стилистик синтезы м‑н айырылып тора: Низаметдиновтың “Ай тотолған төндә”, “Memento” (1999, Р.М.Ғәлиев м‑н Р.З.Хантимеров либреттоһы), “Мөхәббәт йондоҙо” (“Звезда любви”; 2000, Ф.М.Бүләков либреттоһы), “Ҡаһым түрә”. Р.Х.Ғәзизов (“Марстың осоуы”, 1985; С.Әлибай либреттоһы), А.Х.Ғабдрахманов (“Ала муйын” — “Серая шейка”, 1987; Д.Н.Мамин-Сибиряктың ш. уҡ ис. әкиәте б‑са Г.А.Зайцев либреттоһы), Н.Ә.Дауытов (“Тараҡан” — “Тараканище”, 1989; К.И.Чуковский әкиәте б‑са) һ.б. балалар О. ижад итә.

Әҙәб.: Д а в ы д о в а Э.М. Башкирская опера //Музыка композиторов Башкирской АССР (СССР) и округа Галле (ГДР). Уфа, 1990; Г а л и н а Г.С. Башкирская опера как документ эпохи (сюжеты, образы, драматургия). Уфа, 2010; Г а л и н а Г.С. Башкирское оперное либретто. Уфа, 2014.

Э.М.Давыдова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика