ОЛО ШАҘЫ УРТА МӘКТӘБЕ, Мишкә р‑нында урынлашҡан. 1923 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп булараҡ асыла, 1934 й. крәҫтиән йәштәре мәктәбе м‑н берләштерелгәндән һуң тулы булмаған урта мәктәп, 1938 й. хәҙ. статусын ала. 2004 й. А.Карнай исеме бирелә. Китапханаһы, компьютер класы, спорт залы, интернаты, хәрби һәм хеҙмәт даны музейы, уҡыу оҫтаханалары, авто- һәм а.х. ма‑ шиналары бар. Урта мәктәпте 4,1 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2013). Тамамлаусылар араһында Р.З.Гәрәев, А.Карнай, ӨР.Хәмәтйәнов, Н.Х.Әғләмов.

Р.М.Закиров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика