ОЛО АҠА УРТА МӘКТӘБЕ, Мәсетле р‑нында урынлашҡан. 1926 й. бер нисә уҡыу йорто базаһында крәҫтиән йәштәре мәктәбе булараҡ асыла, 1934 й. алып тулы булмаған урта мәктәп, 1940 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, китапханаһы, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, спорт залы, стадионы, мед. кабинеты, слесарлыҡ һәм ағас эше оҫтаханалары, авто- һәм а.х. машиналары, баҡсаһы бар. Урта мәктәпте 3 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2013). Тамамлаусылар араһында Р.Ф.Абдрахманов, Р.В.Исрафилов, Ф.Б.Садиҡов, З.Ғ.Әйүпова

З.Х.Ғилманова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика