ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №7. Өфөлә урынлашҡан. 1974 й. ДЮСШ булараҡ асыла, 1999 й. алып 7‑се бала‑ лар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе. Баскетбол, волейбол, еңел атлетика, кикбоксинг һәм саңғы ярышы (инвалидтар), спорт ориентиры, пауэрлифтинг, футбол бүлектәре эшләй. Мәктәптә 710‑дан ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 11 тренер‑уҡытыусы эшләй (2013). Спорт (24×12 м) һәм тренажёр (18×5 м) залдары, саңғы базаһы, саңғы трассаһы һалыу өсөн махсус техника һ.б. бар. Тәрбиәләнеүселәре араһында Е.В.Сорокин, А.А.Фадеева, ш. уҡ 20‑нән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры.

Е.В.Сорокин

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Яндекс.Метрика