ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №9. Өфөлә урынлашҡан. 1979 й. 9‑сы ДЮСШ булараҡ асыла, 1997 й. алып 9‑сы балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе. Футбол бүлеге эшләй. Мәктәптә 310‑дан ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 10 тренер‑уҡытыусы эшләй (2013). Спорт (46×27 м) һәм тренажёр (5,5×4 м) залы, яһалма ябыулы спорт майҙаны (40×20 м) һәм футбол яланы (96×64 м) булған физкультура‑һауыҡтырыу комплексы бар. Мәктәп командаһы үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселектәре еңеүсеһе (2005—07, 2011), суперлига клубтары үҫмерҙәр командалары араһында мини‑футбол б‑са Рәсәй беренселектәре (2009) һәм Халыҡ‑ара үҫмерҙәр турнирының (Франция, 2006) көмөш призёры, “Азия балалары” Халыҡ‑ара спорт уйындарының (Якутск ҡ., 2008) бронза призёры. Мәктәп м‑н В.И. Воробьёв һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 

В.Т.Шакирйәнов

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика