ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №26. Өфөлә урынлашҡан. 2001 й. ДЮСШ булараҡ асыла, 2004 й. алып 26‑сы балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе. Велосипед спорты, грек‑рим көрәше, дзюдо, конькиҙа шыуыу спорты, пуля менән атыу, өҫтәл теннисы, тхэквондо, художестволы гимнастика бүлектәре эшләй. Мәктәптә 910‑дан ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 24 тренер‑уҡытыусы эшләй (2013). Спорт залы (31×17 м), атыу тиры (50 м) бар. 2013 й. мәктәп базаһында грек‑рим көрәше (18×9 м), дзюдо, өҫтәл теннисы, тхэквондо (бөтәһе — 20×9 м), спорт (14×9 м) һәм тренажёр (12×9 м) залдары м‑н “Төньяҡ” спорт комплексы төҙөлә. Тәрбиәләнеүселәре араһында С.В.Гулак, Ю.Р.Ҡорбанғәлиева, К.А.Пантелеева, ш. уҡ 45‑тән ашыу Рәсәй спорт мастеры. 

В.М.Новцев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика