ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №19. Өфөлә урынлашҡан. 1993 й. ДЮСШ булараҡ асыла, 2004 й. алып 19‑сы СДЮСШОР, 2011 й. башлап фехтование буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе №23 һәм 4‑се СДЮСШОР‑ҙың фехтование бүлеге м‑н берләшкәс, 19‑сы балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе. Мәктәптә 900‑гә яҡын уҡыусы шөғөлләнә, 29 тренер‑уҡытыусы эшләй (2013). Фехтование залы (20×12 м), спорт инвентарын ремонтлау оҫтаханаһы һ.б. бар. Уҡытыу‑тренировка дәрестәре “Аҡбуҙат” ипподромы, Юғары спорт оҫталығы мәктәбе, 5‑се спорт профилле Респ. мәктәп‑интернаты һ.б. махсус спорт залдарында үткәрелә. Тәрбиәләнеүселәре араһында Р.Р.Ғәниев, Р.Р.Нәсибуллин, халыҡ‑ара класлы Рәсәй спорт мастерҙары Д.В.Петров, И.В.Андреев, А.С.Иванов, А.А.Иванова, А.Ф.Ҡурамшина, Т.М.Сафин, М.Р.Йосопов, ш. уҡ 85‑тән ашыу Рәсәй спорт мастеры. Мәктәп м‑н Р.И.Әйүпов, Л.Р.Грушина, В.Н.Прокаев, Ф.Я.Арыҫланов, Д.Ф.Сәйфетдинов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 

Л.Р.Грушина

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика