ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №18. Өфөлә урынлашҡан. “Буревестник” физик культура йорто базаһында эшләй. 1967 й. “Буревестник” ДСО‑һы эргәһендә йөҙөү б‑са ДЮСШ булараҡ асыла, 1987 й. алып Профсоюздар спорт йәмғиәте ҡарамағында, 1993 й. — 18‑се ДЮСШ, 1994 й. башлап 18‑се балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе. Йөҙөү б‑са бүлек бар. Мәктәптә 600-ҙән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 16 тренер‑уҡытыусы эшләй (2013). Тәрбиәләнеүселәре араһында Р.Р.Ғиззәтуллин, О.В.Савченко, А.А.Строкин, В.И.Таянович, Рәсәйҙең атҡ. спорт мастерҙары В.А.Боровик, М.С.Зимин, ш. уҡ 50‑нән ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. Мәктәп м‑н Р.А.Кәримов, Е.В.Морозова, И.Л.Тверяков һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 

Е.В.Морозова

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика