ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №15. Өфөлә урынлашҡан. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе базаһында эшләй. 1989 й. ДЮСШ булараҡ асыла, 1993 й. алып 15‑се балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе. Ауыр атлетика, бадминтон, бобслей, еңел атлетика, киокусинкай каратэһы, тхэквондо бүлектәре бар. Мәктәптә 900‑ҙән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 32 тренер‑уҡытыусы эшләй (2013). Тәрбиәләнеүселәре араһында Д.Ф.Ғәйниәхмәтов, Н.Н.Ерофеева, О.Ю.Ештуков, А.Т.Йосопов, Р.С.Мәүлитова, А.Н.Селивёрстов, Э.А.Тюкин, ш. уҡ 135‑тән ашыу Рәсәй спорт мастеры. Мәктәп м‑н Ә.Ғ.Агеев, Г.И.Алексеев, В.Г.Вагин, П.С.Горулёв, В.С.Иванова, С.Н.Игнатьев, Р.Ш.Фәйезов, Б.И.Шейко, А.Ф.Яруллин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика