ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ №13. Өфөлә урынлашҡан. 1989 й. 13‑сө ДЮСШ булараҡ асыла, 2004 й. алып 13‑сө балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы махсус спорт мәктәбе. Гандбол бүлеге эшләй. Мәктәптә 650‑нән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 18 тренер‑уҡытыусы эшләй (2013). Трибуналары булған (150 урынлыҡ) махсус спорт залы бар (40×20 м). “Алиса” ҡатын‑ҡыҙҙар командаһы — Рәсәй чемп. (2004), юғары лигала Рәсәй чемпионаттарының бронза призёры (2011—12), ҡыҙҙар командаһы — Рәсәй беренселеге еңеүсеһе (2006). 

А.Р.Саҡаев

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.