ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ БАЛАЛАР-ҮҪМЕРҘӘР МӘКТӘБЕ №33. Өфөлә урынлашҡан. “Трамплин” спорт-һауыҡтырыу комплексы базаһында эшләй. 1981 й. трамплиндан саңғыла һикереү һәм саңғы буйынса икебәйге СДЮШОР‑ы булараҡ асыла, 2008 й. алып 33‑сө балалар‑үҫмерҙәр олимпия резервы махсус мәктәбе. Мәктәптә 400‑гә яҡын уҡыусы шөғөлләнә, 12 тренер‑уҡытыусы эшләй (2013). Тәрбиәләнеүселәре араһында Д.В.Васильев, И.И. Ғарифуллин, Ф.Ш.Закиров, С.Е.Масленников, И.Р.Фәтҡуллин, Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры И.Р.Хәзетдинов, ш. уҡ 60‑тан ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. Мәктәп м‑н Р.Р.Абраров, Н.Н.Безносов, А.М.Ҡурамшин, Р.Ш.Закиров һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. М.Н.Моратшина 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика