АЛА ҠАҘ (Anser anser), ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла һәм Африканың Урта диңгеҙ ярҙарында таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 75—90 см, ауырлығы 2,1—4,5 кг (һирәк — 6 кг тиклем), ҡанаттарының ҡоласы 150—180 см. Ҡауырһын ҡапламы аҡһыл һоро, ҡорһағы ваҡ ҡара таплы. Башы бәләкәй, маңлайында арҡыры аҡ һыҙат бар. Суҡышы йыуан, тоноҡ алһыу, осо аҡ. Муйыны оҙон. Аяҡтары асыҡ ҡыҙыл. Ҡамыштан, ҡаты үлән һабаҡтарынан һ.б. ҡалҡыулыҡтарҙа, түңгәктәрҙә оя ҡора, төбөнә япраҡ, үлән, мамыҡ түшәй. 2—10 аҡ йәки һарғылт аҡ йомортҡа һала. Инә ҡош 27—28 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Һыуҙа һәм уның тирәһендә үҫкән үҫемлектәр м‑н, көҙөн башлыса бойҙай, борсаҡ, һоло, ҡарабойҙай һ.б. культуралы үҫемлек орлоҡтары м‑н туҡлана. Ҡамышлы күлдәрҙә, үлән баҫҡан ҡылылы һәм һаҙлыҡлы киң һыубаҫар йылға туғайҙарында осрай. БР‑ҙа башлыса Баймаҡ, Учалы, Әбйәлил р‑ндарында һәм Ағиҙел, Кама йй. араһында киң таралған. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Шулай уҡ ҡара: Ҡаҙҙар.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Р.Й.Мәхийәнова

Текст на русском языке