ОКТЯБРЬСКИЙ МУЗЕЙЫ. 1957 й. Октябрьский тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ ойошторола, 1980—2013 йй. Мил‑ ли музей филиалы; 1990 й. А.П.Шокуров исеме бирелә. Фонд нигеҙен (32 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге) археологик коллекция тәшкил итә; ш. уҡ мари ҡыҙының туй кейеме; СССР‑ҙың Художество фонды тарафынан музейға бирелгән картиналар; башҡорт өйө макеты; Октябрьский ҡ. терр‑яһында табылған боронғо хайуан ҡалдыҡтары; таштар һәм минералдар, тәңкәләр коллекцияһы; күргәҙмә залы бар. 5 залда урынлашҡан экспозиция археология, палеонтология, этнография һәм ҡала тарихы бүлектәренән тора. Музейҙа тема‑ тик, ш. иҫ. күсмә, күргәҙмәләр ойошторола; күмәк кеше ҡатнашҡан байрамдар үткәрелә.

Л.А.Чишкова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

 

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.