ОКТЯБРЬСКИЙ КОММУНАЛЬ- ТӨҘӨЛӨШ ТЕХНИКУМЫ, 1968 й. О.к.-т.т. булараҡ асыла, 2014 й. —Октябрьский коммуналь-төҙөлөш колледжы. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: сәнәғәт һәм граждан биналарының электр ҡорамалдарын монтажлау, көйләү һәм файҙаланыу, газ м‑н тәьмин итеү ҡорамалдарын һәм системаларын монтажлау һәм файҙаланыу, биналар һәм ҡоролмалар төҙөү һәм файҙаланыу, хоҡуҡ һәм соц. тәьминәтте ойоштороу, иҡт. һәм бухгалтерия иҫәбе һ.б. Китапханаһы, тамаша, спорт, тренажёр һәм уҡыу залдары, 6 компьютер кабинеты, уҡыу‑производство оҫтаханалары, мед. пункты, дөйөм ятағы бар. 15 меңгә яҡын белгес әҙерләнгән (2013).

Р.Р.Мәрҙәмшин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика