“ОКТЯБРЬ”, кинотеатр. Нефтекама ҡ. урынлашҡан. 1983 й. асыла. 800 урынлыҡ кино залы, 30 урынлыҡ бәләкәй залы, 2 фойеһы, кино аппараттары бүлмәһе, кафеһы, суши‑бары, балалар өсөн уйын майҙансығы бар. 2013 й. цифрлы 3D ҡорамалы ҡуйылған. 2012 й. 1825‑тән ашыу киносеанс үткәрелгән (13 меңдән ашыу тамашасы). “О.” кинотеатрында йәш тамашасылар өсөн “Бөтәһен дә белгем килә”, “Һалдат булмаһаң да, һин Тыуған илгә хеҙмәт итергә тейеш!” кинолекторийҙары эшләй; кино фестивалдәре, ижади осрашыуҙар, Рәсәй киноһы аҙналыҡтары, башҡ. һәм татар киноһы көндәре, хәйриә сеанстары үткәрелә, ижт. кинотапшырыуҙар, тематик һәм ретроспектив фильмдар күрһәтелә.

В.Е.Рузаев

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов 

 

 

Яндекс.Метрика