ОКТЯБРҘЕҢ 40 ЙЫЛЛЫҒЫ ИСЕМЕНДӘГЕ МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ. Башҡ‑н баҡыр-көкөрт комб‑ты ҡарамағында 1957—97 йй. Сибай ҡ. эшләй. 450 һәм 150 урынлыҡ 2 тамаша залы, спорт залы, грим, түңәрәк эштәре, костюм бүлмәләре, китапханаһы була. Мәҙәниәт һарайында 40 үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективы һәм 14 ҡыҙыҡһыныу буйынса клуб эшләй: урыҫ йыры хоры (1984 й., 1987 й. “халыҡ” исемен ала; етәксеһе Г.А.Козеровская), “Гөлдәр” бейеү ансамбле, “Йәнгүзәй” фольклор ансамбле (1985; етәксеһе М.Р.Ишбулатова), башҡ. театры (1958 й., 1961 й. алып “халыҡ”; етәксеһе Р.З.Зөбәйеров) һ.б. Хәҙ. мәҙәниәт һарайы бинаһында Сибай филармонияһы урынлашҡан.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.