ОГОРОДНИКОВА Мария Павловна (2.10.1941, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Наумовка а. — 15.10.2015, Салауат ҡ.), тренер. Еңел атлетика б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1990). 1972 й. алып төҙөүселәр техникумында физик культура уҡытыусыһы, 1975 й. — химия‑технология техникумында физик тәрбиә б‑са дир. урынбаҫары (икеһе лә — Стәрлетамаҡ ҡ.), 1977 й. — Башҡ‑н өлкә советының “Спартак” ДСО‑һының, 1987 й. — БР Профсоюздары спорт йәмғиәтенең еңел атлетика б‑са тренеры, 1996 й. алып 8‑се лицейҙа физик культура уҡытыусыһы (бөтәһе лә — Салауат ҡ.). Тәрбиәләнеүселәре араһында Р.М.Буранғолова, ш. уҡ 12 СССР спорт мастеры.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Яндекс.Метрика