ОГОРОДНИКОВ Сергей Иванович (9.6.1965, ТАССР‑ҙың Баулы р‑ны Поповка а.), спортсы. БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). ӨНИ‑не тамамлаған (1988). Бодибилдинг б‑са Европа (1996) һәм Рәсәй (1996—97) чемп., Рәсәй кубогын яулаусы (1994), до‑ нъя чемпионатының көмөш призёры (1996), Англияла абс. категорияла һәүәҫкәрҙәр (2000) һәм профессионалдар (2005) араһында үткән халыҡ‑ара “Мистер Юниверс” турниры еңеүсеһе; донъя (1996) һәм Рәсәй (1993, 1996—97) чемп.; донъя чемпионаттарының көмөш (1994—95), Европа чемпионатының бронза (1995) призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1993—2000).

Тәрж. М.Н.Моратшина

Яндекс.Метрика