АЛ БӨРЛӨГӘН, арктика бөрлөгәне (Rubus arcticus), рубус затының роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Ике ярымшарҙың субарктик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Оҙон, нәҙек, үрмәле тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы ябай, төҙ, өс ҡырлы, бейеклеге 10—30 см. Япрағы нәҙек, йыйырсыҡлы, өсәрле, ҡуш киртләсле япраҡса һәм эре япраҡ ҡолаҡсыны м‑н. Сәскәһе ҡуйы ал төҫтә, өҫкө өлөшөндә урынлашҡан, башлыса яңғыҙ. Май—июндә сәскә ата. Емеше ҡуйы ҡыҙыл, күп төшлө, июль—авг. өлгөрә. Һаҙлы урманда, һаҙлыҡта, дымлы болонда, алып бөтөлгән торф ятҡылығында үҫә. Респ. А.б. Башҡортостандың Урал алдында (Мүкле шар һаҙлығы) һәм Башҡортостан өньяҡ) Уралында (Көньяҡ Урал ҡурсаулығы, Ирәмәл тауы, Уралтау заказнигы, Журавлиный һаҙлығы) һирәкләп осрай. Декоратив, баллы үҫемлек. Составында антоциандар, дуплау матдәләре, органик кислоталар, С витамины булған емештәре халыҡ медицинаһында ҡулланыла. А.б. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке