ОВЧИННИКОВ Владимир Павлович (2.1.1958, Бәләбәй ҡ.), пианист. РФ‑тың халыҡ (2005), РФ‑тың (1996) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡ. артисы. Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1981; А.А. Наседкин класы) “Москонцерт” берекмәһе, 1996 й. алып акад. филармония солисы, бер үк ваҡытта 1985—94 йй., 1996—2000 йй. һәм 2004 й. алып консерваторияла, 2005 й. — МДУ‑ла, 2011 й. — Консерватория эргәһендәге үҙәк музыка мәктәбе дир. (бөтәһе лә — Мәскәү), 1994—96 йй. Төньяҡ короллегенең муз. колледжында (Манчестер ҡ., Бөйөк Британия), 2001 й. — Сакуё ун‑тында (Курашики ҡ., Япония) уҡыта. О. сәнғәтенә камил башҡарыу оҫталығы, авторҙың фекерен теүәл асып биреү, экспрессивлыҡ хас. Пианистың репертуары И.С.Бах, Ф.Лист, Ф.Шопен, М.П.Мусоргский, С.С.Прокофьев, С.В.Рахманинов, И.Ф. Стравинский, Д.Д.Шостакович һ.б. әҫәрҙәренән тора. Мәскәү консерваторияһы, С.-Петербург акад. филармонияһы, Карнеги-холл, Линкольн-центр (икеһе лә — Нью-Йорк ҡ., АҠШ), Ройял Альберт‑холл, Ройял Фестивал-холл (икеһе лә — Лондон), Геванд-хауз (Лейпциг ҡ., Германия), Мюзикферайн (Вена), “Консертгебау” (Амстердам), Сантори-холл (Токио), Плейель, Елисей яланы театры (икеһе лә — Париж) залдарында уйнай. Австрия, АҠШ, Бөйөк Британия, Германия, Канада, Нидерланд, Польша, Рәсәй, Франция, Швейцария, Шотландия, Япония һ.б. илдәрҙең төп оркестрҙары; дирижёрҙар В.Д.Ашкенази, Р.Б.Баршайем, А.А.Ведерников, СССР‑ҙың халыҡ артистары А.Д.Дмитриев, Г.Н.Рождественский, Е.Ф.Светланов, РФ‑тың халыҡ артисы В.А.Гергиев һ.б. м‑н сығыш яһай. Рәсәй буйлап һәм донъяның 30‑ҙан ашыу илендә гастролдәрҙә була. БР‑ҙың Милли симфоник оркестры м‑н хеҙмәттәшлек итә, Бәләбәй, Өфө, Мәскәү ҡҡ. хәйриә концерттарында даими ҡатнаша. Халыҡ-ара пианистар конкурсы (Монреаль ҡ., Канада, 1980; Лидс ҡ. Бөйөк Британия, 1987), П.И. Чайковский ис. (Мәскәү, 1982), камера ансамблдәре (Верчелли ҡ., Италия, 1985) конкурстары лауреаты.

Э.Ә.Әхмәтшина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Яндекс.Метрика