ОБУХОВ Михаил Иванович (29.10. 1871, Түб. Новгород губ. Пешелань а. — 4.10.1943, Өфө), педагог. 1891 й. алып Түб. Новгород губ. мәктәптәрендә эшләй. 1906—07 йй., 1910—13 йй. Архангел һәм Әстерхан губ. һөргөндә була. 1907—08 йй. М.Шорин исеме м‑н Бөтә Рәсәй уҡытыусылар һәм халыҡ мәғарифы эшмәкәрҙәре союзының Мәскәү өлкә ойошмаһы бюроһында эшләй. 1913 й. башлап Өфө губерна халыҡ мәғарифы бүлегендә (1919 й. алып статистика ярҙамсы бүлегендә). 1920 й. алып Көнсығыш биҫтәһендә 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1930 й. тиклем — Н.В.Гоголь ис. 5‑се т. юл мәктәбе (икеһе лә — Өфө) мөдире. Өфө губернаһында халыҡ мәғарифына һәм мәктәптән тыш белем биреүгә арналған хеҙмәттәр авторы. Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы ағзаһы (1919 й. алып).

Х е ҙ м.: Мектебы Уфимской губернии. Уфа, 1915; Народное образование в Уфимской губернии в 1917 году. Уфа, 1917; Букварь для взрослых и самоучек. Уфа, 1919. Әҙәб.: Е р г и н Ю.В. Портреты: деятели народного образования Башкирии. Уфа, 2008.

Ю.В.Ергин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика