ОБРЕЗКОВА Ольга Константиновна (11.5.1980, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Ауыр атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997). Урал физик культура акад. тамамлаған (2003). “Каучук” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Стәрлетамаҡ; тренеры П.И.Никитин). Ырғым, күтәреү һәм икебәйгелә Рәсәй чемп. (2001—02), Рәсәй кубогын яулаусы (2000), Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2003). Үҫмер спортсылар араһында Европа (1999, 2000) һәм Рәсәй (1998—2000) чемп., донъя беренселегенең көмөш призёры (2000), донъя (1999) һәм Европа (1998) беренселегенең бронза призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1997—2003). 2006 й. алып Стәрлетамаҡ р‑ны 2‑се ДЮСШ‑ының тренер‑уҡытыусыһы.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Яндекс.Метрика