НУРТДИНОВ Рәзиф Ғәлимулла улы (6.5.1948, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Туҡай а. — 17.6.1992, Нефтекама ҡ.), тренер. Грек‑рим көрәше б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1987). Ҡазан пед. ин‑тын тамамлаған (1974). 1966—67 йй. Борай р‑ны Оло Баҙраҡ урта мәктәбе, 1974 й. алып 1‑се Борай урта мәктәбе физик культура уҡытыусыһы, 1975 й. Нефтекама ДЮСШ‑нда эшләй: тренер, 1992 й. — директор. Тәрбиәләнеүселәре араһында О.Л.Токарев, ш. уҡ СССР‑ҙың 10 спорт мастеры. 1994 й. алып йыл һайын уның иҫтәлегенә Нефтекамала респ. үҫмерҙәр турниры уҙғарыла.  

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.