НУРМӨХӘМӘТОВА Диана Дауыт ҡыҙы (1918, Ҡаҙағстан — ?), йырсы (лирик‑колоратуралы сопрано). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1955). Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге Башҡ. студияһын тамамлағандан һуң (1941; А.К.Аскочинский һәм М.В.Владимирова класы) БДОБТ, 1943 й. алып БАССР ХКС‑ы эргәһендәге Респ. радиолаштырыу ком‑ты, 1945 й. – Башҡ. филармонияһы, 60‑сы йй. башынан Мәскәү өлкә филармонияһы солисы. Йомшаҡ тембрлы матур тауышҡа эйә була, башҡарыу сәнғәтенә тәьҫирлелек, ихласлыҡ хас. Репертуарында 600‑ҙән ашыу әҫәр, улар араһында сит ил [Р.М.Глиэрҙың Тауыш м‑н оркестр өсөн концертынан сопрано партияһы, В.А.Моцарттың “Тылсымлы флейта” (“Волшебная флейта”) операһынан Батшабикә арияһы], урыҫ [М.И.Глинканың “Руслан һәм Людмила” (“Руслан и Людмила”) операһынан Людмила каватинаһы], башҡ. (К.Й.Рәхимовтың “Йәй”, Х.Ш.Заимовтың “Башҡортостан” кантаталары, З.Ғ.Исмәғилевтең “Һин ҡайтманың”, “Көтәм һине”, Х.Ф.Әхмәтовтың “Төнгө Урал”, Т.Ш.Кәримовтың “Һинең йырың”, “Иҫтәлек”) комп. әҫәрҙәре; башҡ. (“Ашҡаҙар”, “Зөлхизә”, “Эскадрон”) һәм татар (“Рамай”, “Мөслимә”) халыҡ йырҙары. СССР буйлап гастролдәрҙә була. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955) ҡатнаша. 

Э.М.Давыдова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика