НУРМӨХӘМӘТОВ Әнүәр Әбүбәкер улы (9.5.1943, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Яңы Уҫман а. – 18.3.2009, Өфө), актёр, режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1983). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1969). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1965; Ш.Р.Рәхмәтуллин, Р.С.Сыртланов курсы), ӨДСИ‑не (1975; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) тамамлаған. 1965 й. һәм 1968 й. алып Салауат драма театры актёры, 1975 й. реж., 1978 й. алып баш реж.; 1987—2004 йй. “Башҡортостан” ТРК телевидение студияһы реж., баш реж., художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1990—96 йй. ӨДСИ‑лә уҡыта. Төп ролдәре: Айтуған (“Утлы өйөрмә”; дебют, 1965), Артур (“Һалдат улы”, икеһе лә — Ә.М.Мирзаһитов), Василий (“Туй көнө” — “В день свадьбы”, В.С.Розов) һ.б. образдар. Н. режиссёр эштәренә художество кәүҙәләнешенең ябайлығы, заман темаларына тартылыу, әүҙем гражданлыҡ позицияһы хас. Салауат башҡорт драма театрында — Ф.А.Әсәновтың “Тол ҡатын”, Т.Ғ.Миңнуллиндың “Дуҫтар йыйылған ерҙә”, Ф.Ә.Иҫәнғоловтың ш. уҡ исемле романы б‑са “Арыш башағы”; Башҡорт драма театрында — Ә.Һ.Бикчәнтәевтең “Йәшенле таң” (дебют, 1974), М.Фәйзиҙең “Аҫылйәр”; Сибай башҡорт драма театрында Г.Д.Хугаевтың “Андро менән Сандро” (“Андро и Сандро”) пьесаһы б‑са “Күрше хаҡы” спектаклдәрен ҡуя. “Ырыуымдың бишек йыры” (1992), “Мине Матросов тип эҙләгеҙ” (2001), “Шәһит Хоҙайбирҙин” (“Шагит Худайбердин”; 2006) документаль һәм “Миҙал” (2000) нәфис, ш. иҫ. күп сериялы “Һарығолаҡ” (1990, 1995), “Ай ҡыҙы” (2001, 2002; бөтәһе лә — “Башҡортостан” ТРК‑һы), фильмдары режиссёры. Ғ.Сәләм ис. пр. лауреаты (1980). 

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика