НУРИЕВ Рудольф Хәмит улы (17.3. 1938, Алыҫ Көнсығыш крайы Раздольное ст. – 6.1.1993, Париж), балет артисы, балетмейстер. Артист карьераһын Өфөлә башлай: 1948 й. алып Уҡытыусылар йорто (педагогы А.И.Удальцова), Пионерҙар йорто (педагогы Е.К.Войтович) эргәһендәге балет түңәрәктәрендә, 1953—55 йй. БДОБТ эргәһендәге студияла (педагогтары З.Н.Бәхтейәрова, В.Х.Пяри) шөғөлләнә, бер үк ваҡытта шунда уҡ балет артисы булып эшләй. А.Я.Ваганова ис. Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1958; педагогы А.И.Пушкин) С.М.Киров ис. Ленинград опера һәм балет театры солисы. 1961 й. гастролдәр ваҡытында Францияла тороп ҡала: Парижда маркиз де Куэвас труппаһында эшләй, 1962 й. алып Бөйөк Британияның Король балеты солисы, бер үк ваҡытта төрлө труппаларҙа махсус уның өсөн ҡуйылған репертуар балеттарында һәм спектаклдәрендә сығыш яһай. 1970 й. башлап донъяның төрлө илдәрендә 33 труппаның балетмейстеры һәм башҡарыусыһы, 1983—89 йй. “Гранд-опера” театрының балет труппаһы (Париж) художество директоры. 1991 й. алып симфоник оркестрҙарҙың дирижёры булараҡ сығыш яһай. Башҡарыу сәнғәте виртуоз техника, экспрессия, нәзәкәтле пластика, музыкаллек һәм артистизм м‑н айырылып торған мәшһүр бейеүсе. Беренселәрҙән булып ижадында 19 б. һәм 20 б. балет сәнғәте традицияларын берләштерә, классик балеттың төрлө мәктәптәренә хас үҙенсәлектәрҙе, ш. уҡ ирекле бейеүҙең төрлө йүнәлештәре методикаһын үҙләштерә. Тәүге тапҡыр проф. сәхнәгә Опера һәм балет театрында М.Глинканың “Иван Сусанин” операһында сыға, “Сыңрау торна” балетында бейей. Ленинград театрында төп партиялары: Альберт (“Жизель”, А.Адан), Базиль (“Дон Кихот”), Солор (“Баядерка”; икеһе лә — Л.Ф.Минкус), Дезире, Зәңгәр ҡош (“Йоҡоға талған һылыу” — “Спящая красавица”), Зигфрид (“Аҡҡош күле” — “Лебединое озеро”; икеһе лә — П.И.Чайковский), Фрондосо (“Лауренсия”, А.А.Крейн). Ф.Лист музыкаһына Ф.Аштондың “Маргарита менән Арман” (“Маргарита и Арман”; 1963), М.Констан музыкаһына Р.Петиҙың “Юғалған ожмах” (“Потерянный рай”; 1967), А.Н.Скрябиндың “Экстаз” (1968), А.Шёнбергтың “Пелеас менән Мелизанда” (“Пелеас и Мелизанда”; 1969); Г.Малер музыкаһына М.Бежарҙың “Ил гиҙеүсе өйрәнсек йырҙары” (“Песни странствующего подмастерья”; 1971), Р.Штраус музыкаһына Дж.Баланчиндың “Дворянлыҡтағы мещан” (“Мещанин во дворянстве”; 1979) балеттарында; Н.де Валуа, М.Грэхем, Р.ван Данциг, Б.Кульберг, Х. Лимон, Х.ван Манен, В.М.Панов, Дж.Роббинс, П.Тэйлор, Г.Тетли һ.б. ҡуйылмаларында бейей. Н.М.Дудинская, И.Б. Зубковская, И.А.Колпакова, Н.А. Кургапкина, Н.Р.Макарова, О.Н.Моисеева, М.Мэйсон, А.Е.Осипенко, А.И. Сизова, М.Фонтейн, А.Я.Шелест, И. Шовире һ.б. м‑н сығыш яһай. Н.‑балетмейстер ижады классик бейеүгә тартыла. А.К.Глазуновтың “Раймонда” (1964), Чайковский музыкаһына “Дауыл” (“Буря”; 1982; икеһе лә — Бөйөк Британияның Король балеты), Чайковскийҙың “Аҡҡош күле” (“Лебединое озеро”; 1964), Минкустың “Дон Кихот” (1966; икеһе лә — Вена), Чайковскийҙың “Йоҡоға талған һылыу” (“Спящая красавица”; 1966; Милан ҡ., Италия) һәм “Щелкунчик” (1967, Стокгольм; 1980, Көнбайыш Берлин), Чайковский музыкаһына “Манфред” (1979) һәм Минкустың “Баядерка” (1992; икеһе лә — “Гранд-Опера”) балеттарының яңы редакцияһын булдыра. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955) ҡатнаша. “Аҡҡош күле” (“Лебединое озеро”; 1964), “Ромео менән Джульетта” (“Ромео и Джульетта”), “Егет һәм әжәл” (“Юноша и смерть”; икеһе лә — 1966), “Щелкунчик” (1971), “Дон Кихот” (1972) фильм-балеттарында; “Мин бейеүсе” (“Я — танцовщик”; 1972) документаль фильмында, “Валентино” нәфис фильмында (1977) һ.б. төшә. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Вена, 1959) лауреаты. Почётлы легион орд., Сәнғәт һәм әҙәбиәт Командоры орд. кавалеры (икеһе лә — Франция, 1992). Австрияның Почётлы гражданины (1983). С.‑Петербург урыҫ балеты акад., Башҡ. хореография уч‑щеһына (ҡара: Нуриев Р. исемендәге хореография колледжы) Н. исеме бирелгән. 1993 й. алып Өфөлә йыл һайын Нуриев Р. исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале үткәрелә. БДОБТ‑ла 2008 й. “Рудольф Нуриев” музейы булдырыла. БДОБТ һәм Башҡ. хореография уч‑щеһы биналарында Н. хөрмәтенә мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Әҙәб.: С т ю а р т О. Рудольф Нуриев. Вечное движение. Смоленск, 1999. Рудольф Нуриев. Автобиография. М., 2000; М у с т а е в Х.Ф. Далёкое и близкое. Уфа, 2012.  

 

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика