НУРИЕВ Р. ИСЕМЕНДӘГЕ ХАЛЫҠ-АРА БАЛЕТ СӘНҒӘТЕ ФЕСТИВАЛЕ. 1993 й. алып йыл һайын (1996—97 йй. башҡа) Өфөлә үткәрелә. 2003 й. фестиваль “Рәсәй мәҙәниәте” федераль программаһына индерелә. Фестивалдә ҡатнашыусылар араһында__“Юрий Григорович балет” труппаһы (художество етәксеһе Ю.Н.Григорович), Бәләкәй симфоник оркестр (А.Лавренюк), Классик балет театры (Н.Д.Касаткина, В.Ю.Василёв), “Рус балеты” (В.М.Гордеев), “Кремль балеты” (А.Б.Петров) театрҙары (бөтәһе лә — Мәскәү), Пермь опера һәм балет театры труппаһы, Cairo Opera House (Ҡаһирә; Әбдел Монейм Камил); донъяның төрлө илдәренән солистар: Сесилия Керче (Бразилия, 1994), Ксиомара Лопес м‑н Р.Имаев (Бельгия, 1999), Игорь Иебра (2003), Карл Пакетт (2004), Алисия Карбонэ (2005; бөтәһе лә — Франция), Юка Мияке (Япония, 2006), Лаура Ормигон м‑н Оскар Торрадо (Испания; 2006—10), Н.Бурак м‑н И.М.Корнеев (2007), Д.Тамазлакару (2008—10, 2012—15; бөтәһе лә — Германия); Рәсәй Ҙур театры (А.А.Евдокимов, Морихоро Ивата, Н.Кобахидзе, И.М.Лиепа, А.А.Михальченко, М.В.Перетокин, Г.О.Степаненко, А.И.Уваров), Мариин театры (С.Г.Вихарев, М.В.Думченко, В.В.Ким, Е.Кондаурова, М.Г.Кулик һ.б.), К.С.Станиславский һәм Вл.И.Немирович-Данченко ис. Мәскәү муз. театры (В.П.Кириллов, Н.В.Ледовская) солистары һ.б. бар. 2001 й. фестивалдә “Гранд-Опера” театры (Париж) солисы, Р.Х.Нуриевтың уҡыусыһы Карин Аверти сығыш яһай. 2003 й. фестиваль эшендә Нуриевтың дуҫы балет тәнҡитсеһе Рене Сирвен (Франция) ҡатнаша. Даими ҡатнашыусылар — Нуриев Р. исемендәге хореография колледжын тамамлаусылар Н.В.Годунов, Н.А.Сологуб (икеһе лә — Германия), Р.В.Рыкин (АҠШ), А.М. Шәйҙуллин (Мәскәү) һ.б. Фестиваль сиктәрендә М.А.Таһированың юбилей кисәһе, БДОБТ‑ның П.И. Чайковскийҙың “Йоҡоға талған һылыу” (“Спящая красавица”; 2001), Б.В.Асафьевтың “Баҡсаһарай фонтаны” (“Бахчисарайский фонтан”; 2007), К.А. Караевтың “Ете һылыу” (“Семь красавиц”; 2011), А.Адандың “Корсар” (2012) һәм Р.Нуриев ис. Башҡ. хореография уч‑щеһының К.С.Хачатурян музыкаһына “Белоснежка һәм ете гном” (“Белоснежка и семь гномов”; 2002) балеттарының премьераһы була. Фестивалдең почётлы Президенты — Григорович.  

Н.А.Жиленко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика