НУРҒӘЛИН Зиннур Әхмәҙиә улы [4.10.1928, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Ташбулат а. (БР‑ҙың Әбйәлил р‑ны)], әҙәбиәт белгесе, театр тәнҡитсеһе, публицист. БР ФА‑ның почётлы акад. (2002). Тарих ф. канд. (1968), филол. ф. д‑ры (1984), проф. (1985). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1978). Журналистар союзы (1962), Яҙыусылар союзы (1978) ағзаһы. Магнитогорск, Силәбе пед. ин‑ттарында уҡыған (1950—55). Өфө юғары партия мәктәбен (1959), КПСС ҮК эргәһендәге Ижт. фәндәр акад. (Мәскәү, 1968) тамамлаған. 1944 й. алып Әбйәлил р‑ны мәктәптәрендә уҡыта, 1953—55 йй. һәм 1959—65 йй. “Совет Башҡортостаны” гәз. эшләй: 1960 й. башлап бүлек мөдире, 1962—65 йй. — баш мөхәррир урынбаҫары; 1968 й. алып ӨДСИ‑ла марксизм-ленинзм каф. мөдире, 1988 й. – ректор, 2000 й. — фәлс. һәм тарих каф., 2010 й. башлап гуманитар һәм соц. фәндәр каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт әҙәбиәте тарихының теоретик аспекттарына, башҡ. традицион музыка сәнғәте үҫешенә, башҡ. мәҙәниәтенең Евразияның башҡа этномәҙәниәттәре м‑н үҙ-ара мөнәсәбәтенә арналған. Күп кенә эштәре дәүләт теле һәм әҙәби тел булараҡ хәҙ. башҡорт теле мәсьәләләренә, театрға һ.б. арналған. “Ағиҙел ҡайҙан башлана?” (1997), “Дәүерҙәр һулышы” (2003), “Тарих хәҡиҡәте” (2008) һ.б. китаптар; 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Рәсәй мәҙәниәт фондының Башҡ‑н филиалы Президиумы (1991—2012), БР фольклоры фонды (1992—2000) рәйесе, Халыҡ‑ара Төрки академияһының вице-президенты (1997 й. алып). К.Ә.Әхмәтйәнов ис. пр. лауреаты (2003). Х е ҙ м.: Башҡорт теле: дәүләт теленән әҙәби телгә. Өфө, 2013; Дәүләт теле: цивилизациялы һәм милли беришлек. Өфө, 2013; Театрҙың шиңмәҫ шишмәһе. Сәхнә күрке — туған тел. Өфө, 2013.

 

Т.Ә.Килмөхәмәтов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика