АҠЫЛОВ Фәрит Яныбай улы (9.6.1947, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Ғәлиәхмәт а.), технолог-байыҡтырыусы. 1974—2010 йй. (өҙөклөк м‑н) Учалы тау-байыҡтырыу комб‑тында эшләй: 1982 й. алып комплекслы бригада бригадиры; 2002 й. башлап байыҡтырыу ф‑каһы нач. урынбаҫары, 2006 й. — төп корпусы начальнигы. 1990 й. алып “Эрдэнэт” берлектәге Рәсәй-Монголия тау-байыҡтырыу комб‑тында (Монголия) байыҡтырыу ф‑каһының бүлек нач. урынбаҫары; 2010 й. февр. башлап “Изготовление, внедрение, сервис” ЯАЙ (С.-Петербург ҡ.) берлектәге пр‑тиеһының Урал вәкиллеге (Учалы ҡ.) төп инженер-технологы; 2011—12 йй. Гай тау-байыҡтырыу комб-тының байыҡтырыу ф-каһы начальнигы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1988). Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (1984).

В.П.Евстигнеев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018