“НУР”, татар театр труппаһы. 1912—15 йй. эшләй. Өфөлә «“Нур” мосолман драма труппаһы» исеме аҫтында актриса С.Ғиззәтуллина‑Волжская тарафынан актёрҙар З.Г.Богданова, Ф.М.Латипов, Ф.С.Сәмитова м‑н уртаҡ шәхси театр итеп ойошторола. “Н.” ижади концепцияһы героик-романтик рух күтәренкелегенә, сәхнәлә илһамлы уйнауға йүнәлгән мәғрифәтселек реализмы ысулына нигеҙләнә. Репертуар татар: Ғ.Камалдың “Бәхетһеҙ егет” һәм “Банкрот”, Ғ.Исхаҡиҙың “Алдым-бирҙем” һәм “Мөғәллимә”, Ф.Бурнаштың “Йәш йөрәктәр”, С.Л.Рәмиевтең “Йәшә, Зөбәйҙә, йәшәйем мин”; урыҫ һәм сит ил драматургияһы: А.Н.Островскийҙың “Йәшен” (“Гроза”), Ф.Шиллерҙың “Мәкер һәм мөхәббәт” (“Коварство и любовь”), Дж.Дюморьеның “Трильби” романы б‑са Г.Г.Ге яҙған ш. уҡ исемдәге пьеса, Мольерҙың “Һаран” (“Скупой”) һ.б. әҫәрҙәренән тора. Труппа составына Ф. Дулатова, Ғ.Ҡазанский, Ғ.Ғ.Манғошов, М.И.Мутин, Н.Саҡаев, Е.Сыртланова‑Шляхтина, Н.Ханжаров, Ш.Шамильский һ.б. инә. Художество етәкселәре: Ғиззәтуллина‑Волжская, И.М.Әлмәшев (1914 й. алып); спектаклдәрҙе ҡуйыусылар: В.Мортазин-Иманский, Ҡазанский, К.Ғ.Тинчурин. “Сәйяр”, “Ширҡәт” труппалары м‑н хеҙмәттәшлек иткән. Волга буйы, Урал, Себер, Урта Азия, Ҡырым ҡалалары буйлап гастролдәрҙә була. “Н.” тарҡалғандан һуң актёрҙар Ҡыҙыл армия театрҙары труппаларына, Өфө дәүләт татар‑башҡ. үрнәк театрына (ҡара: Үрнәк татар‑башҡорт театры), 1‑се Башҡ. дәүләт драма театрына (ҡара: Башҡорт драма театры), 1‑се татар дәүләт театрына (хәҙ. Ғ.Камал ис. Татар театры, Ҡазан) күсә.

Әҙәб.: Татар совет театры. Казан, 1975; С.Гыйззәтуллина-Волжская турында истәлекләр. Казан, 1982.  

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика