“НӨГӨШ”, туристик комплекс, ЯСЙ. Мәләүез р‑нында Башҡортостан милли паркы терр‑яһында, Нөгөш а. 8 км, Мәләүез ҡ. 48 км алыҫлыҡта, Нөгөш һыуһаҡлағысы ярында урынлашҡан. 1976 й. Туризм һәм экскурсиялар б‑са Башҡ‑н өлкә советының “Нөгөш” ял итеү базаһы булараҡ асыла, 1993 й. алып “Баштур” пр‑тиеһының бүлендек ЯСЙ, 2007 й. хәҙ. статусын ала. Йәйге өйҙәре һәм коттедждары, кәмә станцияһы, ашханаһы, мунсаһы, автомобилдәр туҡтау урыны һ.б. бар; 340 урынға иҫәпләнгән (2014). Июнь—авг. эшләй. Теплоходта һәм катерҙа Нөгөш һыуһаҡлағысы буйлап ял итеп йөрөүҙәр ойошторола.  

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика