НОСКОВА Светлана Александровна (25.3.1975, Горький ҡ.), спортсы. Тхэквондо б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1994), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2001). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2000). П.Ф.Лесгафт ис. С.‑Петербург физик культура акад. тамамлаған (2001). 1996—2002 йй. Уҡыу‑күнекмәләр үҙәге №464, бер үк ваҡытта 1997—2002 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе һәм 15‑се СДЮСШОР (Өфө, тренеры С.Н.Игнатьев) өсөн сығыш яһай. Европа (1994, 2000) һәм Рәсәй (1992, 1994—1997, 1999— 2002) чемп., Рәсәй кубоктарын яулаусы (1998—99), Европа (2002) һәм Рәсәй (2004) чемпионаттарының бронза призёры, хәрбиҙәр араһында донъя чемп. (1997), Рәсәй Ҡораллы көстәре чемп. (1997—2002), С.М.Федулов иҫтәлегенә арналған халыҡ‑ара ярыштар (Липецк ҡ., 1999) еңеүсеһе. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1992—2002).  

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

П.: С.А.Носкова

Яндекс.Метрика