НОҒМАНОВА Илүзә Ҡаһарман ҡыҙы (22.8.1972, Баймаҡ ҡ.), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (2009) һәм атҡ. (2001) артисы. Өфө хореография уч‑щеһын (1990; педагогы М.А.Кәримов), А.Я.Ваганова ис. Рус балеты акад. (С.‑Петербург, 2008; педагогы Н.Б.Тарасова) тамамлаған. 1990—2013 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, бер үк ваҡытта 2006—08 йй. Көнсығыш иҡт.-юридик гуманитар акад. һәм 2010—13 йй. БДПУ‑ла уҡыта, 2013 й. алып “Орион” балалар үҫмерҙәр ижады йорто, 2015 й. “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле дир. (икеһе лә — Өфө), бер үк ваҡытта 2008 й. башлап ӨДСИ‑лә уҡыта. Н. сәнғәтенә сағыу темперамент, актёр оҫталығы һәм камил техника хас. Бейеүе аныҡ һәм теүәл хәрәкәттәр м‑н айырылып тора. “Бүләк”, “Гөлнәзирә”, “Кадриль”, “Ҡороҡсолар”, “Кәркәүек” (“Краковяк”), “Шаян ҡыҙҙар”, “Яҙғы ташҡын” һ.б. бейеүҙәрҙә яңғыҙ партиялар башҡара. Кремль һарайы сәхнәһендә, П.И.Чайковский ис., “Рәсәй” (бөтәһе лә — Мәскәү), “Октябрьский” (С.‑Петербург) һ.б. концерт залдарында сығыш яһай. Мәскәүҙә БР көндәрендә (1997), С.‑Петербургта, Әзербайжанда (икеһе лә — 2001) БР мәҙәниәте көндәрендә, Ҡаҙағстанда Рәсәй көндәрендә (Астана, 2004), Төркиәлә БР көндәрендә (Истанбул ҡ., 2006) ҡатнаша. Рәсәй буйлап һәм донъяның 20 илендә гастролдәрҙә була.

З.И.Ҡудашева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика