НОГАРЁВ А. ЙОРТТАРЫ, тарих һәм архитектура ҡомартҡылары, ҡала төҙөлөшө ҡомартҡылары; архитектура комплексы. Өфөлә урынлашҡан. 19 б. аҙ. – 20 б. башында сауҙагәр А.А.Ногарёв заказы б‑са билдәһеҙ архитектор проекты б‑са төҙөлә. Дөйөм терр‑я, архитектур-художество ниәте һәм тәғәйенләнеше б‑са берләшкән 2 ҡатлы ике кирбес йорттан тора: “Оло Себер” ҡунаҡханаһы бинаһы (1890 йй.; 1900 й. алып, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1904 й. “Метрополь”; Үҙәк урам, хәҙ. Ленин урамы, 10), Ногарёв йорто (1901 й., Пушкинский урамы, хәҙ. Пушкин урамы, 104, шулай уҡ унда 1909 й. алып ресторан һәм ашнаҡсылар әҙерләү мәктәбе урынлашҡан булған) һәм йорт ҡаралтылары. Биналар күләменең планировкаһы нигеҙендә — урыҫ классицизмы йоғонтоһо, фасадтарҙың ҡоролошонда “модерн” стиле һиҙелә; комплекстың композицияһы аркалы ҡапҡа һәм үҙенсәлекле биҙәлгән ҡойма м‑н (Губернатор урамы яғынан, хәҙ. Совет урамы) тамамлана. “Кирбес стилендә” (аркалы һәм тура мөйөшлө тәҙрәләр, йөҙлөктәр, бүлкәттәр, кәрниздәр һ.б.) башҡарылған фасадтарға (биҙәүҙә баҫҡыстар ҡулланылған) аныҡ кәүҙәләнеш һәм ҡупшы пластика хас; интерьер биҙәлешендә бай декор (һылап эшләнгән фриздар, плафондар, люстралар һ.б.) ҡулланылған. 21 б. башында архитектор Т.В.Мелякова проекты б‑са реконструкция үткәрелә: элекке йорттоң бинаһы яңынан планлаштырыла, мейестәр һүтелә, һыланған биҙәктәр юҡҡа сығарыла һәм ремонт ваҡытында асылған стеналағы рәсемдәр юйыла; фасадтарға таҙартыу һәм штукатурлау эштәре үткәрелә; төкәтмә төҙөп, бина элекке сауҙагәр И.И.Коротковтың йорто (яҡынса 1864 й., Үҙәк урам, хәҙ. Ленин урамы, 12) м‑н тоташтырыла.

Элекке ҡунаҡхана бинаһында 20 б. 10‑сы йй. аҙ. “Вперёд” гәз. редакцияһы һәм Губерна аҙыҡ‑түлек ком‑ты урынлаша; хәҙ. унда БР‑ҙың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Респ. Йәштәр мәғлүмәт үҙәге, Респ. йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге, байтаҡ йәштәр йәмәғәт ойошмалары һ.б. эшләй. Ногарёв йортонда 20‑се йй. уртаһынан — Башҡ. муз. техникумы, 1932 й. — 1‑се бала табыу йорто, 1981 й. Музыка колледжы урынлаша.

Әҙәб.: Н и г м а т у л л и н а И.В. Старая Уфа: ист.‑краевед. очерк. Уфа, 2004.  

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика