НОВОЖИЛОВ Владимир Вениаминович (23.7.1952, Сумы ҡ. — 8.8. 1994, Ишембай ҡ.), тренер. Биатлон б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1991). Ырымбур пед. ин‑тын тамамлаған (1990). 1972 й. алып саңғы ярыштары б‑са уҡытыусы‑тренер, 1975 й. — 5‑се ДЮСШ дир., 1977 й. — Н.Ф.Гастелло ис. спорт клубының уҡытыусы‑тренеры (бөтәhе лә — Өфө), 1978 й. — “Спартак” ДСО‑һы Башҡ‑н өлкә советының саңғы ярыштары б‑са тренеры, 1984 й. — “Зенит” ДСО‑һы Башҡ‑н өлкә советының, 1987 й. — БР профсоюздары спорт йәмғиәтенең (бөтәhе лә — Ишембай) биатлон б‑са тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында Г.А.Куклева, ш. уҡ СССР‑ҙың 8 спорт мастеры. 1995 й. башлап йыл һайын Ишембайҙа уның хөрмәтенә Бөтә Рәсәй саңғы марафоны үткәрелә. 

Тәрж.М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика