НОВИКОВ Олег Валерьянович (16.1. 1939, Стәрлетамаҡ ҡ. – 6.2.1990, Өфө), архитектор. БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1985). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1974). Новосибирск инженерлыҡ‑төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң (1968) 1990 й. тиклем Башҡ‑н нефть ғилми тикшеренеү hәм проект ин‑тының өлкән архитекторы, төркөм етәксеһе, баш архитекторы, граждандар өсөн торлаҡ проектлау төҙөлөш бүлеге начальнигы. Дүртөйлө, Нефтекама, Өфө, Яңауыл ҡҡ., Туймазы р‑нының Ҡандра а., Бәләбәй р‑нының Приют ҡасабаһында торлаҡ йорттар һәм йәмәғәт биналары, ш. иҫ. БАССР ВДНХ павильоны (1972), “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы (1981), БАССР‑ҙың КГБ бинаһы (1985; бөтәһе лә — Өфө, бөтәһе лә — авторҙ.), проекттарын әҙерләүҙә ҡатнаша.

Әҙәб.: Д о н г у з о в К.А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1998; И ш м у х а м е т о в а Г.Г. Нефть начинается с проекта. Уфа, 2001. 

А.Г.Королевский

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Яндекс.Метрика