НОВИКОВ Михаил Николаевич (5.5. 1941, Ташкент), кинооператор. Кинематографсылар союзы (1998), Фоторәссамдар союзы (2000) ағзаһы. Бөтә Союз дәүләт кинематография ин‑тын тамамлаған (1974; В.В.Монахов оҫтаханаһы). 1960 й. алып Омск ТВ студияһы кинооператоры ассистенты, 1971 й. — Свердловск к/ст кинооператоры, 1976 й. — Өфө кинохроника пунктының үҙ хәбәрсеһе, 1993—97 йй. “Башҡортостан” к/ст дир., 2000 й. башлап Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең БР б‑са Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте нач., 2005 й. — баш белгесе, 2013 й. — аналитигы. “Көн яңылыҡтары” (“Новости дня”), “Рәсәйлеләр” (“Россияне”), “Совет Уралы” (“Советский Урал”) киножурналдары өсөн Башҡортостан т‑да 550‑гә яҡын кинохроника сюжеты; 70‑тән ашыу документаль фильм төшөргән: “Харасавэй” (1976; Бөтә Союз эшселәр класының хеҙмәте һәм тормошо т‑дағы фильмдар смотры лауреаты, Силәбе ҡ., 1976), “Таратыусың һәм һаҡлаусың” (“Сеятель твой и хранитель”; 1978; Бөтә Союз кинофестивале лауреаты, Ашхабад, 1979), “Йомабай ҡурайы” (“Курай Юмабая”; 1991), “Арҡайым” (“Аркаим”; 1993), “Республика көндәре” (“Дни республики”; 1994), “100 көн hуғыш hәм солох” [“100 дней войны и мира”; 2002; “Ер hәм кешеләр” (“Земля и люди”) Респ. киновидеофильмдар фестивале лауреаты, Өфө, 2002] һ.б. 10‑дан ашыу документаль фильмдың режиссёр‑операторы: “Бесәндең йәшел еҫе” (“Зелёный запах сена”; 1965; Бөтә Союз телевизион фильмдар конкурсы дипломанты, Мәскәү, 1965), “Ҡарт ағас йырҙары” [“Песни старого дерева”; 1967; “Ватан” (“Отчизна”) конкурсы дипломанты, Мәскәү, 1967] һ.б. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1981).  

Г.Ю.Солтанбаева

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Яндекс.Метрика