АҠЫЛБАЙ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Вояҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 26 км алыҫлыҡта Вояҙы й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 272 кеше; 1939 — 341; 1959 — 386; 1989 — 134; 2002 — 114; 2010 — 78 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бөрө өйәҙе Уран улусының Бәҙрәш, Ҡарман, Ҡыҙылъяр, Үрҙәк аа. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1896 й. 16 йортта 89 кеше йәшәгән.

Х.Х.Мөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.