“НОВАТОР”, ҡара- ҡаршы көрәш б‑са проф. спорт клубы. Өфөлә урынлашҡан. 1998 й. шул уҡ исемле Балалар ижады йорто базаһында асыла. Бокс (2010 м), тренажёр (126 м) залдары бар. Бокс һәм кикбоксинг секциялары эшләй. Клуб тәрбиәләнеүсеһе В.А.Лапшин — бокс б‑са Рәсәй ЭЭМ‑ы кубогын яулаусы (2004), Рәсәйҙең “Олимпия өмөттәре” чемпионатының бронза призёры (2003), Германияла халыҡ‑ара матч (Мюнхен ҡ., 2006) еңеүсеһе. “Н.” 8 Рәсәй спорт мастеры әҙерләнгән. Клуб м‑н тренер М.В.Бәширов, О.В. Велигодский, П.В.Петров һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.  

О.В.Велигодский

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика